Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылына зәңгәр яғыулыҡ ебәрелде

Тантаналы сарала Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Якушев менән Радий Хәбиров, «Газпром Межрегионгаз « йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Густов ҡатнашты.

Газ үткәргес 2021-2025 йылдарҙа зәңгәр яғыулыҡ менән тәьминәт һәм газификацияны үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән. Биләмәлә эш теүәл бер ай элек башланып, ваҡытында тамамланған. Биләмәлә 148 ер участкаһы иҫәпләнә, әле газ үткәреүгә халыҡтан 123 заявка ҡабул ителгән. Күбеһе буйынса эш тамамланған. Ҡолошта йәшәүселәр быға тиклем ай һайын утынға аҡса сарыф итһә, хәҙер сығымдар ҡырҡа кәмейәсәк.