Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылына зәңгәр яғыулыҡ үтте

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылы халҡы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға - биләмәгә зәңгәр яғыулыҡ үтте. Бөгөн унда ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр сафҡа индерелде. Тантанала «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев, Радий Хәбиров һәм «Газпром Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Сергей Густов ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала

Факел яндырыу буйынса яуаплы бурыс ауыл халҡына тапшырылды. Йылдар буйы көтөп алынған, тантаналы ваҡиға - биләмәләге йорттар тәбиғи газ менән тәьмин ителә башланы.

Ҡырмыҫҡалы районындағы ҡасаба-ара яңы газ үткәргес тә 2021-2025 йылдарҙа Башҡортостанда зәңгәр яғыулыҡ менән тәьминәт һәм газификацияны үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән. Дөйөм оҙонлоғо өс саҡрымдан ашыу. Уны сафҡа индереү тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев та ҡатнашты.

Башҡортостанда газ үткәреү темптары юғары, был йүнәлештә сифатлы, һөҙөмтәле эш алып барыла. Сираттағы объект сафҡа индерелде, әле генә халыҡ менән аралаштыҡ, улар йорттарына зәңгәр яғыулыҡ үткәреүгә әүҙем заявка бирә. Был бик мөһим күрһәткес, сөнки ауылға тиклем магистраль һалыуҙан тыш, кешеләрҙең газ менән ҡуллана башлауы ла кәрәк.

Владимир Якушев, «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле

Ҡолош ауылында 148 ер участкаһы иҫәпләнә, бөгөнгә газ үткәреүгә халыҡтан 123 заявка ҡабул ителгән. Күбеһе буйынса эш тамамланған. Урындағы халыҡ быға тиклем ай һайын утынға аҡса сарыф итһә, хәҙер сығымдар ҡырҡа кәмейәсәк.

Ҡолош ауылы Һәүәләй ауылы биләмәһенә ҡарай, район үҙәгенән яҡынса 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Әлегә бында туғыҙ урамға газ торбалары һуҙылған, зәңгәр яғыулыҡ менән ауыл тағы ла яңы көс менән үҫеш алыр тип көтөлә.

Ауылда беренселәрҙән булып зәңгәр яғыулыҡ үткәреүгә документтарҙы теүәлләп, тейешле газ ҡорамалдары һатып алған Рәшитовтар ғаиләһе почетлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Быға тиклем йортто утын менән йылытҡанда айлыҡ сығымдар 6500 ярым һум булһа, алдан иҫәпләүҙәр буйынса тәбиғи газға күсеү менән ул яҡынса ике мең ярым һум тәшкил итәсәк. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда газификация буйынса килешеүҙәрҙең 90 проценты үтәлгән.

Һуңғы ике йыл эсендә генә 60 меңгә яҡын йорт участкаһына тиклем газ үткәрелде. 45 мең йорт зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана. Тимәк, йортта йылы, уңайлы, бер ниндәй сатлама һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел.

Сергей Густов, «Газпром Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылынан тыш, Ауырғазылағы Яңы Гуровка ауылына ла зәңгәр яғыулыҡ ебәрелде. Республикала был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк. Программа буйынса 181 тораҡ пункт тәбиғи газлы буласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина