Владимир Якушев Өфөлә студенттар кампусында булды

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев Өфөлә студенттар кампусында ла булды.

Радий Хәбиров менән бергә Владимир Якушев кампустағы юғары уҡыу йорттары лабораториялары һәм инновацион майҙансыҡтар эше менән танышты. Улар иҫәбендә - Алдынғы ҡорамалдарҙа эшләү күнекмәләрен үҙләштереү һәм төрлө патологияларҙы дауалау өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының уҡыу кластары, шулай уҡ «Киләсәк медицинаһы» кабинеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Берлога киберфизик платформаһы оҫтаханаһы, пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу, программалау һәм эксплуатациялау зонаһы тора.

Республика дөйөм майҙаны 100 мең квадрат метрҙан ашыу кампустың икенсе сиратын төҙөй башланы, тип билдәләне Радий Хәбиров. 2025 йыл аҙағына тиклем майҙансыҡта дөйөм стилобат менән берләштерелгән ете бина төҙөү күҙаллана. Уларҙа студенттар өсөн ятаҡтар, спорт һәм ижади зоналар урынлаша.

Кампуста шулай уҡ студенттар менән осрашып һөйләшеү үтте. Владимир Якушев уҙған быуаттың 90-сы йылдары ауазы- демографик соҡор мәлендә кадрҙарға ҡытлыҡ тураһында һөйләне. Элекке менән сағыштырғанда хәҙерге студенттарға уҡыу, белем алыу өсөн уңайлы һәм заманса шарттар булдырылыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.