Өфөнән 130-сы гуманитар ылау юлға сыҡты

130-сы гуманитар ылау юлға сыҡты. Конвойҙың бер өлөшө Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә, икенсеһе - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугирҙарына тәғәйенләнгән. Уны оҙатыу сараһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев менән Радий Хәбиров ҡатнашты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Әлитйән Фәррәхов гуманитар миссия составында 6-сы тапҡыр Донбассҡа юллана. Был юлы уның машинаһы 13-сө һан аҫтында. Ырым-юрауҙарға ышанмайым, ти ул. Гуманитар ярҙамды яугирҙарыбыҙ ҡулына тапшырыу бурысы ҡуйылған икән, һис нәмәгә ҡарамай үтәргә кәрәк.

«Торатау» конгресс-холы эргәһендәге майҙанда - 44 автомобилдән торған ҙур колонна. 130-сы гуманитар ылау, башҡалары кеүек үк, тотош республика көсө менән тупланған. Йөк составында еңел һәм йөк автомобилдәр, мотоциклдар һәм квадроциклдар, төҙөлөш һәм ағас материалдары, рабица селтәрҙәре, күсмә мунсалар. Шулай уҡ яугирҙар заявкалары буйынса медицина ҡорамалдары, рациялар һәм генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, техника өсөн запас частар, ут һүндереү ҡорамалдары, туғандарынан һәм яҡындарынан посылкалар бар. Уларҙы район вәкилдәре үҙҙәре үк хәрбиҙәр ҡулына шәхсән тапшырмаҡсы.

Адреслы ярҙамды йыйыуҙа республиканың 23 муниципалитетынан ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре һәм граждандар әүҙем ҡатнашты. «Башгеофизика» ойошмаһы, мәҫәлән, махсус хәрби операция биләмәһенә 5 бронялы техника оҙата. Уларҙың һәр береһе дронға ҡаршы сетка менән һаҡланған. Шуны билдәләргә кәрәк, республиканың һәр муниципалитет башлыҡтары даими рәүештә Донбассҡа барып, хәрбиҙәр менән осраша.

Владимир Якушев менән Радий Хәбиров гуманитар конвой водителдәре һәм оҙатыусылар менән аралашты. Эш өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уңышлы йөрөп-ҡайтыуҙарын теләне. Ылау составында Курск өлкәһендә зыян күреүселәр өсөн дә ярҙам тупланған.

Беҙ Курск өлкәһе етәкселеге менән бәйләнештә ҡалабыҙ һәм талап ителгән ярҙамды күрһәтергә әҙербеҙ, тине Радий Хәбиров. 130-сы гуманитар ылауҙы алда ике мең саҡрымдан ашыу юл һәм яугир-яҡташтарыбыҙ менән осрашыу көтә.

Әлфинә Килдейәрова