БСТ каналында «Ватанды һаҡлаусылар» тапшырыуы эфирға сыға башланы

Бөгөн республиканың төп телеканалында өр-яңы проект эфирға сыға башланы. Һәр шаршамбы «Ватанды һаҡлаусылар» тип исемләнгән тапшырыу яугирҙарҙың ғаиләләре тураһында бәйән итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына мәғлүмәт ярҙам күрһәтеү маҡсатында тормошҡа ашырылған проект хаҡында киләһе сюжетта.

«Ватанды һаҡлаусылар» проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың тормошо тураһында һөйләй. Беренсе тапшырыуҙың геройы Әбйәлил районынан Илнур Ҡарабулатов. Белеме буйынса химия-биология уҡытыусыһы. Ләкин, уҡытырға тура килмәй, ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай. Ике тапҡыр алғы һыҙыҡта булып ҡайта. Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында социаль координатор булып эшләй, яугирҙар тураһында хәстәрлек күрә.

Проект билдәле бер яугирға ғына арналмаған. Уның аша махсус хәрби ҡатнашыусыларының мәнфәғәтен күреүгә йүнәлтелгән. Тапшырыу «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина авторлығында тормошҡа ашырыла.

Бөгөн Рәсәйҙә эшләгән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының 89 филиалы араһында Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә. Тәү сиратта Радий Хәбиров башланғысында булдырылған социаль гарантияларҙың үтәлеше лә етди контролдә тотола.

Азат Ғәлиуллин