Хәрбиҙәргә гуманитар йөк оҙатылды

Өфөнән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм Курск өлкәһе халҡына 130-сы гуманитар ылау оҙатылды. Автомобилдәр, мотоциклдар, төҙөлөш материалдары, медицина  кәрәк-яраҡтары, посылкалар ебәрелде. Ярҙам йыйыуҙа йәмәғәт ойошмалары, 20-нән ашыу  район һәм  ҡала  халҡы ҡатнашты.  Йөк  44 машина менән алып барыла. Бындай эште артабан да дауам итәбеҙ, тип белдерҙе  Радий  Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт