Нефтекаманан ир телефон номерын алмаштырып миллион ярым һум аҡсаһын юғалтҡан

Ул мутлашыусы тоҙағына эләккән. Пенсионер банк  ҡушымтаһына беркетелгән иҫке  номерҙы  ғәмәлдән сығарыу тураһында белмәгән.  Тиҙҙән, банктан кредит өсөн аҡса талабы алынған. Ир кеше финанс учреждениеға барғас, уның банк ҡушымтаһына беркетелгән иҫке номеры ярҙамында 800 мең һум кредит алыуҙарын асыҡлаған. Шулай уҡ картаһында булған 640 мең һум юҡҡа сыҡҡан. Әле был хәлде полиция тикшерә.