Быйыл ярты йылда Башҡортостанда 16 мең 558 бала тыуған

Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда тыуым 5,1 процентҡа кәмегән. Тәүге сабый тапҡан әсәләрҙең күбеһе 20-24 йәштә. Йәш әсәләр һаны аҙайған. 20 йәшкә тиклем бала табыусылар һаны 4.7 процентҡа кәмерәк, тигән мәғлүмәттәр бирә Статистика хеҙмәте.