Өфөләге Көрәш һарайы биш мең тамашасыны һыйҙырасаҡ

Бында федераль һәм халыҡ-ара  ярыштар уҙғарыу планлаштырыла. Бинала шулай ике бассейн, фитнес-үҙәк, матурлыҡ салоны була. Башҡортостан йыйылма командаһы ярыштарға ошонда әҙерләнә, тип белдерҙе Спорт министры Руслан Хәбибов. Көрәш һарайы Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттарҙың береһе.  Ул 31 августа асылырға тейеш.