Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале старт алды. Өсөнсөгә уҙғарылған сара йәнә ат спортын һөйөүселәрҙе, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе, ғалимдарҙы берләштерҙе. Фестивалдең эшлекле программаһына ярашлы, бөгөн «Евразия аттарының абориген тоҡомдарын һаҡлау һәм үҫтереү» темаһына ғилми-ғәмәли конференция, «Ат спортында башҡорт аттарын ҡулланыуҙа яңы үҫеш этабы»на арналған семинар үтә. Шулай уҡ әле биләмәлә «Ылаҡ», «Ирәндек мәргәне», «Ауҙарыш» ярыштарының һайлап алыу этаптары уҙғарыла. Ә инде келәмдә Греплинг спорт көрәше буйынса республика турниры еңеүселәре билдәләнә.