Өфөлә Динә Гаврилова «Пуся Югорская һәм уның дуҫтары» әҫәрен тәҡдим итте

Август айын дуҫтар менән. Әҙәби кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте. Өфөлә билдәле яҙыусы Динә Гаврилова - Надежда Григоренко уҡыусылары менән осрашты. Был юлы Динә Гаврилова китап уҡыусылар иғтибарына «Пуся Югорская һәм уның дуҫтары» тигән яңы әҫәрен тәҡдим итте.

Динә Гаврилова Башҡортостан сыуаштарына арналған романдары, тиҫтәләрсә повесть-хикәйәләре, шул иҫәптән сатирик әҫәрҙәре менән билдәле. «Пуся Югорская һәм уның дуҫтары» тигән яңы әҫәрендә автор «Пуся» ҡушаматлы бесәй образы тормош мәғәнәһе, заман проблемаларын тураһында уйланыуҙарын асып бирә. Тәү ҡарашта аллегорик хикәйәт тип ҡабул ителгән повесть автобиографик әҫәргә әйләнә.

Тыуған яғым, әсәйем һәм туғандарымды һағыныу мине ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте, әҙәби ижадҡа тотондом. Минең иктаптарымдың геройҙары башлыса тыуған ауылым Кесе Мәнәүез кешеләре. Иҫәпләүемсә, барлығы 125 кеше тураһында яҙғанмын.

Динә Гаврилова, яҙыусы

Осрашыуҙа Динә Гаврилова әҙәби бәйләнештәр һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн Милли китапхананың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Яҙыусының әҙәби бәйләнештәре ысынлап та күп яҡлы. Башҡортостан сыуаштарына арналған дилогияһының беренсе өлөшө Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә һәм матбуғатта ла донъя күрҙе. Башҡортсаға Дамир Шәрәфетдинов тәржемә иткән романды «Ағиҙел» журналы уҡыусылары ла яратып ҡабул иткән.

Әҙәби осрашыуҙа Динә Гаврилова ижади пландары менән дә уртаҡлашты. Яҙыусы бер юлы тиҫтәләгән ҡулъяҙма өҫтөндә эшләй һәм уларҙың һәр ҡайһыһын тамамлап ҡуйырға хыяллана. Әлбиттә, төп эше - Кесе Мәнәүез ауылында йәшәгән яҡташтарына арналған роман-эпопеяһының өсөнсө томын тамамлау. Яңы әҫәрҙә һүҙ уҙған быуаттың 70-се йылдарындағы ваҡиғалар тирәләй барасаҡ. Журналист һәм әҙәби тәнҡитсе Галина Ефремова әйтеүенсә, Динә Гаврилованың әҫәрҙәре гаджеттарҙан айырыла алмаған замандаштарыбыҙ өсөн антидепрессант, йәғни күңел дауаһы була ала.

Динәнең романының өсөнсө томын көтәм, сөнки унда беҙҙең хәтерҙә ҡалған дәүер тураһында һүҙ барасаҡ. Ни өсөн төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, 70-се йылдарҙа кешеләр үҙҙәрен тулыһынса бәхетле тойған, тигән һорауға яуап эҙләйем. Миңә ҡалһа, роман геройҙары тәү сиратта эске донъялары ныҡ булыуҙары менән көслө тигән фекерҙәмен.

Галина Ефремова, шағирә, журналист, әҙәби тәнҡитсе

Әҙәби осрашыуҙа сыуаш телендә шиғырҙар һәм йыр-моң да яңғыраны. Динә Гаврилованың тормошҡа ғашиҡ геройҙары кеүек үк, ҡан-ҡәрҙәштәр бәхет серенең байлыҡ-ниғмәттәрҙә түгел, күберәге рухи теүәллек һәм именлектә булыуын иҫбатланы.

Гөлдәриә Йосопова