Өфөлә «Рәсәй төркиҙәре» форумы үтте

Төрки телле балалар араһында контент булдырыу мәсьәләләре бөгөн Өфөлә үткән «Рәсәй төркиҙәре» форумында ҡаралды. Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр ойошторолған сара илдең төрлө төбәктәре вәкилдәрен бергә йыйҙы.

Рәсәй халыҡтарының рухи берҙәмлеген нығытыу маҡсатын ҡуйған конференция эше өс секцияға бүленеп ҡорлодо. «Төрки телле балалар контенты» тип исемләнгәнендә мәҫәлән, китапҡа һөйөү уятыу, төрлө яҡтан үҫешкән, заман талаптарына яуап бирерҙәй шәхес тәрбиәләү мәсьәләһе иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Ҡатнашыусылар үҙ төбәктәрендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғат өлгөләре менән таныштырҙы.

Форум Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Ислам мәҙәниәте, фәне һәм мәғарифына ярҙам фонды ҡатнашлығында ойошторолдо. Сарала шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары ла айырым иғтибарға алынды. Документта илдә традицион ҡиммәттәр нигеҙендә балалар һәм үҫмерҙәргә, ғаилә уҡыуҙарына ярҙам итеү программаһын әҙерләү бурысы ла ҡуйыла. Форумдың маҡсаты ла ошо юҫыҡта эшмәкәрлекте әүҙемләштереү.