Сара тоҡомло йылҡысылыҡты популярлаштырыу, ауыл хужалығы продукцияһын күтәреү, ат спортын, туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән. Фестиваль барышында “Ирәндек мәргәне” ярышы үтте. Һыбай уҡ атыусылар оҫталығын һәм таһыллығын күрһәтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМайҙанда традицион уҡ атыу буйынса ла турнир уҙғарылды. Барлығы етмештән ашыу кеше мәргәнлеккә көс һынашты. “Мәргән уҡсы” хәрәҡәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФестивалдең тәүге көнөндә үҫмерҙәр араһында Греплинг спорт көрәше буйынса республика турниры ла уҙғарылды. “Яугир” клубы етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн фестивалдә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм йылҡысылар менән ҙур осрашыу була. Шулай уҡ театрлаштырылған музыкаль-спорт тамашаһы, ат спорты ярыштары үтә.