Күләмле сарала ат спортын һөйөүселәр, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр, ғалимдар, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән вәкилдәр ҡатнаша. Фестиваль барышында эшлекле һөйләшеүҙәр, күргәҙмә-йәрминкә ойошторола, бай концерт программаһы тәҡдим ителә, ҡул эштәре оҫталары һәм төрлө милли уйындар еңеүселәре асыҡлана. “Ылаҡ” уйыны буйынса Башҡортостан йыйылма команда капитаны Нур Күсәрбаев һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ауҙарыш”, “Ылаҡ” уйындары менән бала саҡтан шөғөлләнәбеҙ. Ҡаҙағстанда ул йырым спорт төрө булараҡ үҫешә”, ти “Олжа” командаһы капитаны Абзал Тимербаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Башҡорт аты” фестивале республика Башлығы башланғысы менән ойошторола. Ул йылҡысылыҡты киңәйтеү, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү, ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу, ат спортын һәм туризмды үҫтереүгә йүнәлтеләгән. Сара халыҡ-ара фестиваль статусына эйә.