Илештәр махсус хәрби операция биләмәһенә 30 кубик метрҙан ашыу ағас ебәргән

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам әҙерләүҙә Үрнәк ауылы эшҡыуарҙары Вил һәм Данияр Ҡыҙырғоловтар, шулай уҡ Айҙар Харисов әүҙемлек күрһәткән. Башҡортостанда алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн кәрәк-яраҡ даими туплана. Әйберҙәр һәм шәхси посылкалар Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының төбәк бүләксәләрендә ҡабул ителә. Шулай уҡ “Башсельхозтехника” предприятиеһының келәтендә ҡалдырырға мөмкин. Ул Зубов ауылында урынлашҡан.