Республика уҡыусылары “Һомай” колонкаһын һынай

Аҡыллы ҡоролма башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләшә. “Һомайҙы” уйлап табыусылар әйтеүенсә, уның ярҙамында балалар һәм өлкәндәр телде еңел генә үҙләштерә ала. Ҡоролма музыка һәм әкиәттәр ҡуя, һорауҙарға яуап бирә, уҡыусыларға дәрес әҙерләргә ярҙам итә, башҡорт кухняһы рецепттары менән уртаҡлаша.