Учалы районында юл буйы хеҙмәтләндереү объекттары арта

Киләсәктә бында өҫтәмә заправка, техник хеҙмәтләндереү станциялары, машина йыуыу комплекстары асыу ҡарала. Районда юл хеҙмәте объекттары эшмәкәрлеген БЮТ ижади төркөмө баһаланы.

Бөтә объекттар ҙа ҡалаға ингән ерҙә урынлашҡан. Әйтәйек, «Италия пиццаһы» кафеһы юлсыларҙың ғына түгел, ҡала халҡының да яратҡан урыны. Бында зауыҡлы, тыныс, ә иң мөһиме, - тәмле. Халыҡ ғаиләләре менән килә. Йәки ирҙәре күрше станцияла машина йыуҙырғансы, ҡатындар балалары менән ошонда ял итә.

Кафе хужаһы Илһам Ғайсинды Учалыла Юл буйы хеҙмәте урамына нигеҙ һалыусы, тип әйтергә мөмкин. Бер урында юлсыларға бөтә хеҙмәттәр комплексы - магазин, машина йыуыу, тәгәрмәс һәм май алмаштырыу тәҡдим ителә. Бөтә объекттар ҙа дәүләт ярҙамында барлыҡҡа килгән.

Эшҡыуарҙар менән беҙ һәр саҡ бәйләнештә. Илһам Ғайсин менән дә күптән бергә эшләйбеҙ, ул дәүләттең бөтә финанс инструменттары менән дә файҙалана. Әйтәйек, республиканың микрокредит компанияһынан займдар, лизинг уның эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелә.

Әсхәт Әсәҙуллин, Учалы районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары

Эшҡыуар Рәмил Динисламов та бизнес эшмәкәрлегендә дәүләт инструменттарын уңышлы файҙалана. Учалыла уның үҙ техник хеҙмәтләндереү станцияһы бар. Башта ул шахтала эшләүселәрҙе ташый. Тик техника йыш ватыла, һәм уны ремонтларға тура килә. Шуға эшҡыуар үҙ автосервисын асырға хәл итә. Шулай ҙа пассажирҙар ташыу эшен ҡалдырмай. Яңы туристик автобустарҙы ул шулай уҡ лизингҡа ала.

Йәмғеһе Учалы районында юл буйы хеҙмәтенең 37 объекты бар. Киләсәктә улар һаны Учалыла ғына түгел, тотош республика буйынса артасаҡ. Ошо көндәрҙә Башҡортостан менән Федераль юл агентлығы араһында ҡул ҡуйылған килешеү һөҙөмтәһендә төбәктән үткән федераль трассаларҙа юлсылар өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар барлыҡҡа килер, тип көтөлә.

Рәзилә Ғиниәтуллина