Башҡортостан ирекмәндәре Курск өлкәһендә ярҙам күрһәтә

Беҙҙең республиканан Халыҡ фронтының йәштәр хәрәкәте йыйылма отряд составында гуманитар складта эш башлаған. «Рубеж» тактик-стратегик форумының пландан тыш икенсе сменаһы тамамланыу менән 30-ҙан ашыу ирекмән Курск халҡына ярҙамға йүнәлергә ҡарар иткән. Улар бында килгән аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм көнкүреш өсөн башҡа кәрәк-яраҡтарҙы бушата, уларҙы сорттарға бүлә һәм ҡаптарға тултырып тейешле урынға ебәрергә әҙерләй.

Халыҡ фронты йәштәре башҡа өлкә егет-ҡыҙҙары менән бергә Курск өлкәһенә урында йәшәүселәргә ярҙам итергә килеп етте. Беҙҙең бурыс гумантар ярҙамды артабан ебәрергә әҙерләү. Еңеү беҙҙеке буласаҡ.

Рөстәм Сәләхетдинов, Башҡортостанда халыҡ фронтының йәштәр хәрәкәте координаторы