Баймаҡ районы Граф күле буйында ойошторолған күләмле фестиваль «Арғымаҡ ат юл башлар, аҡыллы ир ил башлар» тип исемләнгән театрлаштырылған музыкаль- спорт тамашаһынан башланды. Майҙанда Волгоград өлкәһенән генерал Бакланов исемендәге ат клубының «Джигитовка» буйынса күрһәтмә сығыштары ла булды
. Ярты мең һыбайлыны берләштергән ҙур парад барса халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Күләмле сараны асыу тантанаһында Радий Хәбиров та ҡатнаша. Фестиваль биләмәһендә ат спорты ярыштары бара, ҡымыҙ етештереүселәр фестивале, кәсепселәр күргәҙмәһе үтә. Ауыл хужалығы предприятиеларының тауарҙары тәҡдим ителә. Ҙур мәҙәни программа ҡаралған.