Яңы уҡыу миҙгеле башланыуға ике аҙна ваҡыт ҡалды. Башҡортостан белем усаҡтарын төҙөкләндереү тамамланыу алдында. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы 2-се мәктәптә лә косметик ремонт эшләнгән. Әле уҡытыусылар кластарҙы таҙартыу һәм буятыуҙа, мәктәп баҡсаһында емеш-еләкте ҡарауҙа ҡатнаша. Шулай ҙа 1976 йылғы бина ныҡ иҫкергән. Мәктәп етәкселеге федераль программала ҡатнашыуға заявка биреп, 220 миллион һум инвестиция йәлеп итә. Планға ярашлы, 2025-2026 йылдарҙа бында капиталь ремонт эшләнер, тип көтөлә.
Хәйбулла районы Бүребай ауылы мәктәбендә лә уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Белем усағының спорт залында «Һәр бала уңышы» төбәк проекты буйынса капиталь ремонт эшләнә. Ошо көндәрҙә бында сантехниканы алмаштырыу, бойлер ҡуйыу көтөлә, яңы спорт инвентаре алына. Йәмғеһе капиталь ремонтҡа 3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Яңыртылған мәктәптә быйыл парта артына 650 бала,шул иҫәптән, 50 беренсе класс уҡыусыһы ултырасаҡ.