«Ағиҙел» ҡушаматлы яугир яраланыу сәбәпле, әле отпускыла. Украиналағы хәрби бәрелешкә ул быйыл март аҙағында ҡушылған. Башта Ырымбур өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән, һуңынан Авдеевка йүнәлешендә ул алғы һыҙыҡҡа юллана. Батырға көсөргәнешле яуҙарҙың береһендә пуля һәм снаряд ярсығы эләгә. Осрашыуҙа яҡташыбыҙ үҙенең хәрби юлы тураһында һөйләне. Балалар һалдатҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе. Әңгәмәлә райондың Һуғыш һәм тыл, хоҡуҡ һаҡлау органдары, махсус хәрби операция ветерандары советы рәйесе Миңлефәғил Сәйетов та ҡатнашты.