Мәскәүҙән Һиндостандың Дели ҡалаһына тиклем Антон Гаркуша йәйәүләп сәйәхәткә сыҡҡан

Ул үҙенә был маҡсатты ковид ваҡытында ҡуйған. Әҙерлекте йылдар дауамында алып барған. Махсус күнекмәләр үтә, төрлө походтарға йөрөй. Делиға тиклем ул Өфөгә 70 көн атлаған. Юлда осраған иҫтәлекле урындар менән шәхси телеграмм каналында ла бүлешкән. Сәйәхәтсенең юлы Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикистан һәм Ҡырғыҙстан илдәре аша үтә. Шуға ла Делиға ул киләһе йылдың февраль, йә март аҙаҡтарына барып етергә планлаштыра. Һиндостандан һуң, Антон Гаркуша Мәскәү йылғаһынан океанға тиклем кәмәлә йөҙөргә теләй.

Әлеге сәйәхәткә тиклем Рәсәйҙең шул тиклем ҙур икәнен күҙ алдына ла килтермәнем. Йәйәүләп үтеп бик күп матур иҫтәлекле урындарҙы барланым. Төрлө халыҡтар менән таныштым. Сәйәхәтем хәүефле икәнен мин дә аңлайым. Шуға ла был аҙымға бер нисә йыл әҙерләндем.

Антон Гаркуша, сәйәхәтсе