Радий Хәбиров йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса төп йүнәлештәрҙе билдәләне

- Йылҡысылыҡ - Башҡортостан иҡтисадында ҙур өлөш алып тора. Республикала 130 мең баш ат бар. Тоҡомсолоҡ эше алып барыла, ит, ҡымыҙ етештереү үҫешә. Был шулай уҡ башҡорт халҡы мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Ат спорт үҫешенә, кәсептәрҙе һаҡлап ҡалыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бурыс ябай - йылҡысылыҡты танытыу, был өлкәгә бизнесты йәлеп итеү. Федераль һәм республика программалары буйынса тармаҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.