Был турала "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. Эштәр ямғыр туҡтағас башланырға тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йылғалар ташыу, һыу күтәрелеү арҡаһында 22 километр юлға, 26 күпергә зыян килгән. Иң ауыр хәл Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр, Салауат һәм Учалы райондарында теркәлгән.