Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестиваленең икенсе көнө тамамланды

Бөгөн сара ҡатнашыусыларын республика башлығы сәләмләне. Радий Хәбиров мәҙәни форумдың күләмлелеген һәм кәсепселәрҙең күплеген билдәләне. Илдең мөһим ваҡиғалары исемлегенә ингән фестивалдән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Ырымбур өлкәһенән Зилә Яркова бала сағынан шәл бәйләй. Ханым өсөн ул ябай шөғөл генә түгел, ә күңел талабы. Шуға ла хаҡлы ялға сыҡҡас та, кәсепкә ныҡлап тотона. Бөгөн уның мамыҡ башҡорт шәлдәре иғтибарҙы үҙенсәлекле дизайны менән йәлеп итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихи үҙәге йәнә Рәсәй сауҙагәрҙәрен бергә йыйҙы. Йәмғеһе 330 һөнәрсе ҡатнашты. Улар ҡул эштәрен, сувенир продукцияларын, шулай уҡ кейем-һалым һәм башҡа көндәлек тауарҙарын тәҡдим итте. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын бигерәк тә оҫталарҙың фантазиялары хайран ҡалдырҙы.

Өс көн дауамында барған сараның икенсе көнө халыҡтар дуҫлығы парады менән иҫтә ҡалды. Колонна ҡаланың үҙәк урамынан Салауат Юлаев скверына ағылды. Ҡатнашыусыларҙы республика башлығы ла сәләмләне. Радий Хәбиров фестивалдең Халыҡ-ара кимәлдә билдәләлек яулауын, ил сәнәғәте үҫешенә үҙ өлөшөн индереүен билдәләне.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Стәрлетамаҡты ҡунаҡсылыҡ фестивале менән үҙ бренд сараһын булдырған ҡала тип атаны.

Фестиваль күңел асыу сараларынан тыш, эшлекле программаға ла ҡоролған. Ижади индустриялар майҙансығында мода, дизайн, урбанистика һәм мәҙәни мираҫ вәкилдәре тармаҡтың бөгөнгөһө һәм киләсәге буйынса фекер алышты.

Азат Ғәлиуллин