Инвесторҙар һәм власть органдарының берҙәм эш һөҙөмтәһе. Мәләүез районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы биш йыл эсендә малсылыҡ комплексы төҙөп, һөт етештереү ҡеүәтен нығытҡан. Хөкүмәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлек, «Инвестиция сәғәте» ултырышынан һуң алынған ярҙам саралары производствоны яйға һалырға булышлыҡ иткән. Бизнес менән власть араһындағы уңышлы диалог тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Был урында бер нисә йыл элек кенә ҡола ялан булһа, хәҙер яңы малсылыҡ комплексының заманса корпустары урынлашҡан. Урындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә һөтсөлөк-тауар фермаһының күҙгә күренеп нығыуын билдәләй, яңы ҡуралар, һауын залдары төҙөлә. Зоотехник Илнар Хәлитов билдәләүенсә, күләмле инвестиция проекты нигеҙендә мал башы ике тапҡырға артып, өс меңгә еткерелгән, уларҙың мең ярымы һауыН һыйырҙары.
Күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырғандан һуң Мәләүез районындағы «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы - һөт етештереү буйынса республика кимәлендә алдынғылар иҫәбенә сыға. Етештереү ҡеүәте тәүлегенә - 80 тонна, продукция Мәләүез заводына ебәрелә. Хужалыҡ етәкселеге производство күләмен арттырырға иҫәп тота.
Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы республика власть органдары контролендә. Ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселеге үҫеш пландары менән «Инвестиция сәғәте»ндә уртаҡлашҡайны. Проект өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелә. Республиканан ярҙам сараһы ла билдәләнә, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө компенсациялана. «Инвестиция» сәғәттәре - бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә булышлыҡ итә. Башҡортостанда алып барылған эш тәжрибәһе илдә иң яҡшыһы тип танылып, күп тапҡыр башҡа төбәктәргә миҫал итеп ҡуйылды.
«Ашҡаҙар» предприятиеһы быға тиклем малды сит илдән һатып алһа, хәҙер тоҡомсолоҡ эшен үҙе алып бара. Мал аҙығын әҙерләү базаһын нығытыу маҡсатында сәсеү майҙандары ла арттырылған. Хужалыҡ агрокластар булдырыу буйынса проектта лә әүҙем ҡатнаша. Комплекс эргәһендә мәктәп төҙөлә, бында тармаҡ өсөн буласаҡ кадрҙар әҙерләү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина