Баймаҡ районында өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте

Ат спорты ярыштары, һыбайлылар парады һәм күләмле театрлаштырылған тамаша. Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Күләмле фестивалдең эшлекле һәм мәҙәни-спорт программаһы тураһында киләһе материалда.

Ярты мең һыбайлы тау һыртынан төшә. «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестиваленең иң сағыу тамашаһы. Мәртәбәле сараны асыу тантанаһын, «Джигитовка» буйынса күрһәтмә сығыштар ҙа дауам итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өсөнсөгә ойошторолған фестивалдең ата-бабаларрыбыҙға, тарихҡа һәм башҡорт халҡының ышаныслы дуҫы - атҡа хөрмәт һәм ихтирам билдәһе булыуын билдәләне.

«Башҡорт аты» фестивалендә ике көн дауамында «Ылаҡ» уйыны уҙғарылды. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан йыйылма командалары беренселек өсөн ярышты. Ярыш ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡаршы яҡтың ҡаҙанына кәзә түшкәһе муляжын ырғытырға кәрәк. Кустанай ҡалаһынан килгән команда вәкилдәре фестиваль алдында ҡуйылған маҡсаттарҙың уртаҡ булыуын белдерҙе

Майҙанда «Ауҙарыш» уйыны ла ойошторолдо, ярыштың шарты икенсе уйынсыны аттан һөйрәп төшөрөү. Әгәр биш минут эсендә еңеүсе билдәләнмәй икән, өҫтәмә ваҡыт бирелә. «Ирәндек мәргәне» турнирында иһә һыбай уҡ атыусылар оҫталығын һәм таһыллығын күрһәтте. 99 метр араны ҡыҫҡа ваҡытта үтеп, сәпкә тейергә кәрәк ине.

«Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә ҡымыҙ бешеүселәр республика конкурсы еңеүселәре лә асыҡланды. Беренсе урынды Хәйбулла районынан Нур Күсәрбаев алһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Әлшәй һәм Учалы райондары вәкилдәре яуланы.

Башҡортостан хужалыҡтарында 130 мең баш ат иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса республика Яҡут республикаһынан ғына ҡалышып, ун биш йыл рәттән ил кимәлендә алдынғы һанала. Ҡымыҙ етештереү буйынса иһә Башҡортостан - беренсе урында. Был йүнәлештә 180 ферма эшләй. Йыл һайын өс мең тоннанан ашыу ҡымыҙ бешелә. Фествиаль сиктәрендә Радий Хәбиров йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар менән осрашып, тармаҡ алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Маҡсат контрафакт продукция менән көрәште көсәйтеү.

«Башҡорт аты» фестиваленә быйыл ун бер меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды. Бәйге майҙанына «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашыусылар ҙа күпләп килгәйне. Сарала биләмәләге инфраструктураны үҫтереү бурысы ҡуйылды, тимәк, фестиваль үҫеш юлын дауам итә.

Туризм үҫешә икән, тимәк, кәсепселәрҙең продукцияһына ла ихтыяж арта. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күргәҙмә-сауҙа майҙансыҡтарында булып, тимерсе менән бергә даға сүкене.

Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр менән дә осрашты. Ат спорты уйындары, «Урал батыр» Халыҡ-ара турниры барған майҙандарҙы ҡараны. Эшлекле осрашыуҙар һөҙөмтәһе булараҡ йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.

Гөлназ Хәйбуллина