Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барылды

Ылау Ауырғазы районында әҙерләнгән. "Яугирҙәр яҡташтарға рәхмәт әйтте. Хәрби рухтары юғары. Тыуған ил һаҡсыларына 18 гуманитар йөк алып барылды", - тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов. Быға тиклем Өфөнән 130-сы ылау оҙатылды. Шулай уҡ Өфө районы, Дәүләкән, Ҡыйғы, Шишмә Ғафури, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Белорет һәм  Ҡариҙел халҡынан ярҙам алып барылды.