Өфөнән квалификациялы табиптар төрлө ауылдарҙа халыҡты ҡабул итә. Ошо көндәрҙә бындай төркөмдәр Мишкә, Йылайыр, Ҡыйғы, Өфө, Дәүләкән, Хәйбулла райондарында була. Алдан яҙылырға кәрәкмәй, сират буйынса табипҡа күренәләр.