Туймазыла йәшәүсе 65 йәшлек ҡатынға шылтыратыусы үҙен полиция хеҙмәткәре тип таныштырған. Уның исеменә кредиттар алыныуы тураһында хәбәр иткән. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙ генә яуап кредиттары алып хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк тигән. Пенсионер ҡатын быға ышанған, банкта кредит алған, уға үҙе йыйған аҡсаны ла өҫтәп, 5 миллион һум күсергән. Был хәлде полиция тикшерә.