Башҡортостанда ике йылда 140 мәктәпкә капиталь ремонт эшләнгән

Биш йылда 44 мәктәп файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙа 22 мең бала белем ала. Шулай уҡ 65 балалар баҡсаһы асылған. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, һөҙөмтәлә, мәктәптәрҙә белем биреү сифаты яҡшыра. Быйыл тағы өс  объект файҙаланыуға тапшырыла. Өфөлә "Йондоҙ" мәғариф үҙәге, Иглиндә 1 мең 225 урынға мәктәп, һәм Туймазыла 500 уҡыусыға учреждение төҙөлә.