Архангел районында Инйәр йылғаһы аша күпер ремонтлана

Бының өсөн 200 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола, финанстың ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә. Республика юл хужалығы идаралығы эште башҡарасаҡ компания менән килешеү төҙөгән. Уға ярашлы, күпер 2026 йыл аҙағына төҙөкләндерелергә тейеш.