Сибайҙа Амур өлкәһендә һәләк булған яҡташтарыбыҙға мемориал асылды

Постаментҡа Олег Симонов, Юрий Марков, Вадим Николаев һәм Ролан Шәриповтың исемдәре яҙылған. 18 мартта Амур өлкәһендә шахта емерелде. Ишелеп төшкән ер аҫтында 13 кеше ҡалды. Улар араһында дүрт егет Сибайҙан, береһе Учалынан ине. Эшселәрҙе эҙләү һөҙөмтә бирмәне. 1 апрелдә ҡотҡарыу эштәре туҡтатылды, бөтә шахтерҙар ҙа һәләк булған тип иғлан ителде.