Бөгөн Өфөлә миҙгел алды уйындары башлана. Турнирҙа майҙан хужалары- “Толпар”ҙан тыш, Силәбе өлкәһенән “Ҡорос төлкөләр” менән “Аҡ айыуҙар” һәм Ханты-Мансийскиҙан “Югра мамонттары” ҡатнаша. Ярыштар Спорт һарайында уҙа. Миҙгел алды турниры “Салауат Юлаев” хоккей мәктәбе тәрибәләнеүсеһе Родион Әмировҡа арнап ойошторола. Йәш хоккейсы уҙған йыл вафат булды.