Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ нефть-химия заводы торбаһында сыҡҡан янғынды һүндерә. Оператив мәғлүмәткә ярашлы, разгерметизация һәҙәмтәһендә зәңгәр яғыулыҡ торбаһында ут сыҡҡан. Янғын һүндереүгә 6 берәмек техника һәм 20 ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Йәрәхәтләнгән өс кеше дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында тәфтиш комитеты эшләй, осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.