Башҡортостан уҡытыусыларына шифаханаларҙа дауаланыу субсидияланасаҡ

Был хаҡта Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта үткән август кәңәшмәһендә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы эш сәфәре барышында ҡаланың бер нисә белем усағында булып, уҡыусылар өсөн әҙерләнәсәк ризыҡтарҙың сифатын баһаланы. Шулай уҡ 17 мәктәпкә яңы автобустар тапшырылды.

Көн тәртибендә мәктәптәргә капиталь ремонт яһау һәм киләһе йылдан старт аласаҡ программалар тураһында һүҙ барҙы. Атап әйткәндә, 2025 йылда балалар баҡсаларын төҙөкләндереү буйынса проект эшләй башлаясаҡ. Республика етәксеһе унда ла әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Радий Хәбиров кәңәшмә барышында уҡытыусыларға шифахана-курорт ялын ойоштороу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, педагогтарға дауаланыу өсөн субсидия бүлеү планлаштырылған. Инициативаны уҡытыусылар алҡышлап ҡабул итте. Педагогтар фекеренсә, оҙайлы уҡыу йылынан һуң шифаханала дауаланыу көс тупларға ярҙам итәсәк.