Төбәк Росреестры мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ярты йылда Башҡортостанда йәщәүселәр тарафынан ер күҙәтеүе өлкәһендә 1200-ҙән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағы кәметелгән. Ер күҙәтеүе өлкәһендә үткәрелгән сараларҙан республикала иҡтисади килем 36,5 миллион һум тәшкил иткән. Бөгөнгө көндә лә граждандарға һәм бизнесҡа ҡарата планлы тикшереүҙәр үткәреүгә мораторий ғәмәлдә ҡала. Быға бәйле Росреестрҙың дәүләт инспекторҙары иҫкәртеү сараларына баҫым яһай, төбәк халҡын асыҡланған боҙоуҙарҙы тиҙ арала бөтөрөргә кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.