Сибайҙа Амур өлкәһенең «Пионер» руднигында һәләк булған яҡташтарыбыҙға мемориал таҡта ҡуйылды

Хәтерегегә төшөрәбеҙ, быйыл 18 мартта шахтала тау тоҡомдары емерелеп 13 кеше ер аҫтында ҡала. Уларҙың дәртәүһе Сибайҙан. Ҡотҡарыу операцияһы ике аҙнаға яҡын дауам итә. Емерелгән шахтала бер нисә скважина ҡаҙыла, тик улар һыу, батҡаҡ һәм боҙ менән тула. 1 апрелдә ер аҫтында ҡалыусыларҙы эҙләү туҡтатыла. Һәйкәлдә ғүмере фажиғәле өҙөлгән яҡташтарыбыҙ: Вадим Николаев, Юрий Марков, Ролан Шәрипов һәм Олег Симоновтың исемдәре уйып яҙылған. Мемориалды асыу сараһында һәләк булыусыларҙың туғандары һәм хеҙмәттәштәре уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.