Ямғырҙар миҙгелендә урманға бәшмәк йыйырға барыусылар тиҙ генә кәрзиндәрен тултыра ала. Әммә урман ризыҡтарын йыйғанда үтә һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Шуға ла белгестәр ят бәшмәктәрҙе кәрзингә һалмаҫҡа саҡыра. Баҙарҙа бәшмәк һатып алырға тура килгән осраҡта ла ваҡ һәм көслө бәшмәктәрҙе һайлау зарур. Шик тыуған осраҡта селәүсен булмауына инаныу өсөн һатыусынан урман күстәнәсен уртаға киҫеүен һорарға. Бәшмәктәрҙең ҡала эргәһендә, автомобиль юлына яҡын йыйылғандары ла һаулыҡҡа зыянлы.