Баймаҡта «Шеф Бургер» кубогына футбол турниры үтте

Сәмле ярышта Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан 6 команда ҡатнашты. Ир-егеттәр йыйылма командаһы 9-ға 9 форматында көс һынашты. Турнирҙы ойоштороусылар ярышты йыл һайын үткәрергә планлаштыра. Был уйында беренсе урынды Магнитогорск командаһы, икенсе урынды - Баймаҡ районы һәм өсөнсө урынды Әбйәлил районы йыйылмаһы командаһы яуланы.