Ямғырҙар Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларына 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтергән

Ерҙең үтә дымлылығы Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларына 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтергән . 120 мең гектар майҙандан уңыш алып булмаясаҡ, уның күп өлөшө иген һәм ҡуҙаҡлы культураларға тура килә. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Төбәктә 11 июлдән 11 сентябргә тиклем Ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү буйынса ҡарар проекты ла әҙерләнгән, әлегә муниципалитеттарҙан мәғлүмәт туплау эше дауам итә. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек, юл ремонты, диспансер тикшереү барышы - көн тәртибенә сығарылған башҡа темалар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Оҙайлы ҡойма ямғырҙарға бәйле, йылғаларҙа һыу кимәле күтерелеп, урындағы әһәмиәттәге юлдар зыян күргәйне. Ете районда улар өлөшләтә емерелгән. Был турала оператив кәңәшмә барышында төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәкселеге хәбәр итте. Дөйөм алғанда, 22 күпер һәм юл-урамдарҙа 12 һыу үткәргес торбаны тергеҙеү талап ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, тәү сиратта тормошҡа ашырылырға тейеш саралар менән юл картаһы проекты ла әҙерләнгән. Уға ярашлы, тергеҙеү эштәренә 82 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Төҙөлөш октябрь аҙағына тамамланырға тейеш.

Оператив кәңәшмә барышында Р-240 трассаһы реконструкцияһы тураһында ла һүҙ барҙы. Быйыл ер эштәре алып барылып, инженер селтәрҙәр күсерелһә, 2025-2026 йылдарҙа Стәрлетамаҡты урап үткән 24 саҡрым юл дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеләсәк. Радий Хәбиров был йүнәлештә эштең мөһимлеген билдәләне.

Төбәк етәксеһе урта махсус уҡыу йорттарында эшсе һөнәрҙәргә ҡабул итеүҙе арттырырға ҡушҡайны. Сәнәғәт өлкәһендә кадрҙарға ихтыяж юғары булыуы билдәле. Оператив кәңәшмә барышында «Бурсервис» ғилми-прозводство предприятиеһы етәкселеге лә сығыш яһап, 2026 йылға тиклем хеҙмәткәрҙәр һанын ике тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы.

Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан күләмле реконструкция эштәре лә уҙғарыла. Мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеүгә айырыуса иғтибар бүленә.

Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында күсмә кәңәшмә уҙғарырға ла ҡушты. Күләмле реконструкция эштәре һөҙөмтәһе булараҡ бында Арбат барлыҡҡа киләсәк.

22-24 августа Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» тип исемләнгән классик музыка фестивале лә үтә. Күләмле мәҙәни сара икенсегә ойошторола.

Оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәлә лә ҡаралды. Төбәктә тәүге ете ай эсендә бер миллиондан ашыу кеше профилактик тикшеренеү үткән. 48 мең осраҡта ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары асыҡланған, тын юлдары сирҙәре, шәкәр диабеты, яман шеш диагноздары ла күпләп ҡуйылған. Билдәле булыуынса, диспансер тикшереүҙә 73 медицина ойошмаһы һәм 30 мобиль медицина бригадаһы ҡатнаша. Уның беренсе этабын фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ла үтергә була

Гөлназ Хәйбуллина