450 йыллыҡ юбилейға бүләк. Өфө урамдарына ун яңы «Ҡала кешеһе» сыға. Бөгөн Радий Хәбиров «Өфө трамвай- троллейбус етештереү предприятиеһы»нда эшләнгән яңы троллейбустарҙың асҡыстарын тапшырҙы. Электр транспорты- Башҡортостан- Беларусия хеҙмәттәшлеге емеше.
«Ҡала кешеһе» маркалы троллейбус проекты Рәсәй-Белоруссия продукты. Ул Өфө юбилейына махсус бренд менән эшләнгән.
Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ҡалаға тапшырылған «Ҡала кешеһе» маркалы тәүге яңы троллейбустар Өфө урамдарында 2023 йылдың октябрендә барлыҡҡа килде.
Троллейбусҡа 105 кеше һыя. Инвалидтарға уңайлыҡтар ҡаралған,пассажирҙар өсөн USB розеткалары эшләй.
Ҙур таблоһы бар, климат-контроль һәм видеокүҙәтеү системаһы эшләй. Водитель салонды видеокамералар аша күҙәтә ала. 37 йыл троллейбус йөрөткән Миңнисур Әхмәт ҡыҙы яңы тимер аттың уңайлыҡтары элекке менән сағыштырырлыҡ түгел ти.
Троллейбустың кузовы Минскиҙан килтерелә, ҡалғандары башлыса рәсәй комплекттарынан Өфөлә йыйыла. Йыйыу процесында республиканың «Искра» «Автопласт» «Салауатбыяла» компаниялары продукцияһы ҡулланыла.
«Өфө трамвай- троллейбус етештереү зафводы» акционерҙар йәмғиәтенең етештереү ҡеүәте йылына 300 берәмек әҙер продукция сығарырға мөмкинлек бирә, тәүлегенә бер троллейбус етештереү мөмкинлеге бар.
Яңы троллейбустар 13 -сө Дан Бульвары- Ағиҙел микрорайоны , һәм 16-сы Ағиҙел микрорайоны- Ҡурсаҡ театры маршруттары буйынса йөрөйәсәк.
Рәмилә Исмәғилева