Уның барышында участка һайлау комиссиялары вәкилдәре тауыш биреү датаһы, ваҡыты һәм урыны, теркәлгән кандидаттар, тауыш биреү ысулдары тураһында һөйләй, өйҙә тауыш биреү өсөн ғаризаның ниндәй осраҡта һәм нисек бирелеүен аңлата. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Республика башлығын һәм урындағы советтарға депутаттар һайлана. Был турала халыҡҡа мәғлүмәт еткереү эшен БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.
Әлмира Әйүпова оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан һайлау участкаһына үҙе бармаҡсы. 93 йәшен ҡыуған ханым был ваҡиғаны байрам кеүек ҡабул итә. Кешеләр менән осрашып, һөйләшеп гражданлыҡ бурысымды үтәйем, ти ул.
Әлмира ханымды участка һайлау комиссияһы вәкилдәре өйөнә килеп тауыш биреү тәртибен иҫкә төшөрҙө, кандидаттар исемлеге менән таныштырҙы. Благовещен районыныда Башҡортостан башлығын тыш, район һәм ҡала советына депуттатар һайланасаҡ.
Һәр бер һайлаусыға тиклем барып етеп, объектив мәғлүмәтте еткереү - һәр участка һайлау комиссияһы вәкиленең бурысы. Бынан тыш, улар өйҙә тауыш бирергә теләүселәрҙең исемлеген асыҡлай, «Мобиль һайлаусы» технологияһы тураһында хәбәр итә. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы вазифаһына теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт менән листовкалар тапшырыла. Иглиндә йәшәүсе Вәдүтовтар ғаиләһе бер һайлауҙы ла ҡалдырмай. Бала саҡта дәүләт тормошондағы мөһим сәйәси ваҡиғаға атай-әсәйгә эйәреп бара торғайныҡ, шуға күрә был юлы үҙебеҙ менән балаларҙы ла алып барырға уйлайбыҙ, ти Ынйы Вәдүтова.
Хәйбулла районында ла участка һайлау комиссиялары ағзалары халыҡҡа мәғлүмәт еткерә башланы. Тәүгеләрҙән булып улар Абдуллиндар ғаиләһенә инеп сыҡты.
Өйҙәр буйлап граждандарға һайлау тураһында мәғлүмәт еткереү 28 августҡа тиклем дауам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығын һәм урындағы советтарға депутаттар һайлау 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә. Әҙерлеккә төрлө кимәлдәге өс меңдән ашыу һайлау комиссияһы, 28 мең һайлау комиссияһы ағзаһы йәлеп ителгән. Әле янғын хәүефһеҙлеге, санитар нормалар, террорға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейешле тауыш биреү өсөн биналар әҙерләү буйынса эш тамамлана. Инвалидтар өсөн юл, пандустар ҡуйыла.
Әлфинә Килдейәрова