Уңыш һаҡлау келәттәрен төҙөкләндереүҙән тыш, майҙанда инфраструктура ла яҡшырған. Ошо көндәрҙә элеватор хеҙмәткәрҙәре тәүге уңышты һаҡлауға ҡабул итергә әҙерләнә. Эшҡыуарҙар ауыл хужалығы культураларын киптереү һәм таҙартыу ҡоролмаларын һатып алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт ярҙамында ябасаҡ. Ҡандры элеваторын төҙөү Башҡортостан башлығы булдырған «Инвестиция сәғәте»ндә өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова дауам итә.
Тәү ҡарашҡа ташландыҡ күренһә лә, биләмә әкренләп эш рәтләнә. Ни тиһәң дә, бындағы комбикорм заводы ябылғандан һуң, был биналар 20 йыл буш тора. Әле келәттәрҙең эсе ремонтланған, түбәһе алмаштырылған. Төҙөкләндереү дауам итә, элеватор тәүге уңышты ҡабул итергә әҙер.
Келәттәргә тик сифатлы сеймал ғына оҙатыласаҡ. Лаборанттар тәүге уңыш менән тулған йөк машиналарын түҙемһеҙләнеп көтә. Лабораторияла эшләү өсөн улар махсус уҡыуҙар үткән. Йәмғеһе уңыш сифаты һағында 4 лаборант торасаҡ.
Ошо көндәрҙә элеватор һаҡлауға борсаҡ ҡабул итергә әҙерләнә. Бөтә республикала кеүек үк, эште ямғырлы һауа торошо тотҡарлай. Ғөмүмән, бында бойҙай, етен орлоҡтары кеүек төрлө ауыл хужалығы культураларын һаҡлау өсөн шарттар бар. Элеватор башняһында 20 тонна уңыш һаҡларға мөмкин. Әле ул ремонтта. Сеймалды ташыу өсөн, урында тимер юл бәйләнеше лә тергеҙелә.
Ҡандра элеваторы туҡталышынан ауыл хужалығы продукцияһы Ҡытайға оҙатыласаҡ. Экспорт буйынса эшҡыуарҙар Һиндостан һәм Индонезия менән һөйләшеү ҡорола. Бер айҙан элеваторҙа уңышты киптереү, ҡыйҙан таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү ҡаралған. Улар шул иҫәптән республика бюджетынан финансланасаҡ.
Рәзилә Ғилметдинова