Стәрлетамаҡ нефть-химия заводында теркәлгән янғынды һүндерелгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ нефть-химия заводында теркәлгән янғынды һүндерҙе. Оператив мәғлүмәт буйынса, ут газ торбалары тишелеү һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Уны һүндереүгә 17 берәмек техника,41 ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Йәрәхәтләнгән өс ир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр һәм тәфтиш комитеты белгестәре эшләй. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Cтәрлетамаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре заводта сыҡҡан янғын таралыуын туҡтатты. Өфө тракты урамында разгерметизация һөҙөмтәһендә сыҡҡан утта, өс кеше зыян күргән. Йәрәхәтләнеүселәр ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылды. Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары эшләй.

Алик Шәрәфетдинов , Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе