Ишембай районы Үрнәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға мемориал асылды

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл «Хәтер тере» хәйриә акцияһы нигеҙендә төҙөлгән. Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, урындағы халыҡ ҡатнашты. Сарала ауыл халҡы, ҡунаҡтар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм һәйкәлгә сәскә һалды.

Илһөйәрлек акцияһында мемориал төҙөүҙә ярҙам иткән һәм Кесе Ватан үҫешенә тос өлөш индергән әүҙем граждандарға рәхмәт хаттары тапшырылды.