Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың Транспорт инфраструктураһы идаралығына 10 яңы троллейбус асҡысын тапшырҙы. Троллейбустың кузовы Минскиҙан килтерелгән, ҡалғандары башлыса Рәсәй комплекттарынан йыйыла. Республиканың “Искра”, “Автопласт”, “Салауатбыяла” компаниялары продукцияһы ҡулланыла. Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү алдынан баш ҡала халҡына сираттағы бүләкте тапшырыуға шатбыҙ, тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТроллейбусҡа 105 кеше һыя. Инвалидтарға уңайлыҡтар ҡаралған,пассажирҙар өсөн USB розеткалары эшләй. Ҙур таблоһы, климат-контроль һәм видеокүҙәтеү системаһы бар. Водитель салонды видеокамералар аша күҙәтә ала, ти 37 йыл троллейбус йөрөткән Миңнисур Ғәниева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯңы троллейбустар 13 -сө Дан Бульвары- Ағиҙел биҫтәһе һәм 16-сы Ағиҙел биҫтәһе- Ҡурсаҡ театры маршруттары буйынса йөрөйәсәк.