Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Өфө вуздарының береһендә эшләгән хеҙмәткәр аферистар тоҙағына эләккән. Уға мутлашыусылар һеҙҙең иҫәпкә кредит алырға, аҡсаларҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк тип телефондан шылтыраталар. Ышанып, муттарҙың талаптарын үтәгән ир 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Полиция таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәҫкә һәм интернетта шикле тәҡдимдәргә ышанмаҫҡа кәңәш итә.