Башҡортостан Яҙыусылар союзы “Ут күршеләр” тигән конкурс ойоштора

Ул Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү маҡсатын ҡуя. Проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 30 сентябргә тиклем ебәрергә була. Еңеүселәр октябрь аҙағында иғлан ителә. Нәшер итеүгә 1 миллион ярым һум аҡса йүнәлтелә.