Ул Өфөнөң “Салют” шифахана-һауыҡтырыу лагеры базаһында төҙөлә. Кескәй пациенттарҙы стационар хеҙмәтләндереү өсөн 80 койка-урын урынлаштырыла, ярым стационарҙа көнөнә 250 бала дауаланыу үтә ала. Шулай уҡ үҙәктә 192 балаға иҫәпләнгән башланғыс, урта мәктәп, төп һәм өҫтәлмә программалар буйынса белем биреү ойошторола. Медицина учреждениеһын Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә ярҙам итеү йылы барышында октябрҙә асыу планлаштырыла.